09:38
12 июнь – Рәсәй көнө
12 июнь – Рәсәй көнө.
Рәсәй -Тыуған илебеҙ, беҙҙең оло Ватаныбыҙ!

Миллионлаған рәсәйлене берләштергән был байрам берҙәмлек һәм бойондороҡһоҙлоҡ символы булып тора.
Сара барышында кескәй дуҫтарыбыҙ Рәсәйҙең флагы, гербы һәм гимны менән таныштылар, күмәкләшеп гимнды ла йырлап алдылар. Артабан балалар ярыштарҙа һәм уйындарҙа ниндәй ҡыйыу, тиҙ һәм оҫта булыуҙарын күрһәтте. Сара һуңында «12 июнь — Рәсәй көнө» исемле китап кәштәһенә байҡау яһалды. Балаларға «Россия», «История Москвы», «Народы России», «Древняя Русь», «Герои русской истории» һ.б. китаптар тәҡдим ителде. Осрашыу күңелле булды.

Просмотров: 61 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar