09:41
1 октябрь - Ололар көнө
Теләүембәт күп тармаҡлы ауыл клубы Теләүембәт урта мәктәбе менән берлектә 1 октябрь - ололар көнөнә арналған сара ойошторҙо. Кисәгә хаҡлы ялдағы ауыл халҡы саҡырылғайны. Башланғыс класс уҡыусылары ололарҙы ҡотлап шиғырҙар, йыр -бейеүҙәр бүләк итте. Шулай уҡ Нәғим Ишемғолов халыҡ йыры "Сибайҙы ", Замир Харрасов ҡурайҙа халыҡ көйҙәренә попури башҡарҙы.

Просмотров: 68 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar