09:26 Ҡәҙерле әсәйҙәр! | |
Доньяла әсәйҙәрҙән дә ғәзиз, изге зат юктыр. Күпме наҙ, күпме йылылык бар был һүҙҙәрҙә. Сабый доньяға килгән сәғәтенән үк әсәһенең йомшаҡ ҡулдарын һиҙеп, яғымлы ҡарашын тойоп йәшәй. Әсә өсөн бала ер йөҙөндә бер нәмә менән дә тиңләй алмаҫлык йөрәк пәрҙәһе. Йылдар үтеп, сәстәргә сал керһә лә, ғәзиз әсәйҙәребеҙ өсөн беҙ һәр ваҡыт бала булып ҡалабыҙ. 25 ноябрҙә Теләүембәт мәҙәниәт йортонда әсәйҙәрҙе тәбрикләнек. Күңел түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәре, моңло йырҙар, яғымлы хистәр айырыуса йылылыҡ, наҙ менән бағышланды ғәзиз кешеләребеҙгә. Байрам сараһында Теләүембәт мәҙәниәт йортоноң бейеү ансамбле (Етәксеһе - Г.Фазлаева) сығыш яһаны. "Наҡаҫ ынйылары" ансамбле, Р.Фазлаев, Н. Ишемғолов, З. Харрасов, Д. Хәмитов башҡарыуында йырҙар, З. Харрасов башҡарыуында ҡурай моңдары яңғыраны. | |
|
Всего комментариев: 0 | |