7 февралдә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, күренекле шәхесе, хөрмәтле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың беренсе президенты М.Ғ. Рәхимовтың 90 йәше тулыу уңайынан тыуған ауылы Тәүәкәндә төрлө саралар уҙғарылды. Ил яҙмышын, халыҡ мәнфәғәтен беренсе урынға ҡуйған, ауыл тормошон үҙ иткән Мортаза Ғөбәйҙулла улы! Һеҙҙе бөгөн тыуған ерегеҙ, илегеҙ, Башҡортостаныбыҙ юҡһына... Быларҙы һүҙ менән генә аңлатып бөтөрөрлөк түгел. Бөйөк тә, шул уҡ ваҡытта ябай ҙа булып ҡала белгән хөрмәтле яҡташыбыҙ илебеҙ тарихында ғына түгел, яҡташтарының да, һәммәбеҙҙең күңел тарихында мәңге һаҡланыр.
|