31 декабрҙә Теләүембәт мәҙәниәт йортонда "Хуш киләһең яңы йыл!" тип аталған йыр-моң кисәһе үтте. Сарала Теләүембәт ауылынан Замир Харрасов, Руслан Фазлаев, Нәғим Ишемғолов, Гөлсөм Фазлаева, Подгорное ауылынан Михаил Бархатов һәм Лариса Рахматуллина, Тәүәкән ауылынан Гөлдәр Абдрахимова, Гөлгөнә Исмәғилева, Исем ауылынан Вадим Соловьев, Теләүембәт ауылы кейәүе Ильшат Сәғитов, "Наҡаҫ ынйылары" ансамбле сығыш яһаны, билеттар һәм төрлө уйындар уйнатылды. Ҡыш бабай - Нәғим Ишемғолов һәм Ҡарһылыу - Гөлсөм Фазлаева күстәнәстәр таратты һәм төрлө уйындар уйнатты.
|