Һәр башҡорт үҙ туған телен белһен. Туған телебеҙ йәшәйешебеҙҙең нигеҙе булһын. «Туған тел!» һүҙе беҙгә ҡәҙерле һәм ғәзиз булһын! Туған тел – тормош сығанағы, белем шишмәһе. Һәр башҡорт өсөн телебеҙҙең һәр һүҙе матур, яғымлы, йомшаҡ, яҡын булһын. Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғаиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй.