
Тәүәкән күп тармаҡлы мәҙәниәт йортонда «Яңы йылым, яңы йырым!» ял концерты үтте. Йыр-моң кисәһе Иҫәнғол ауылынан Гөлсәсәк Килдиярова, Мәҡсүттән Резеда Ҡотлобаева, Рим Абүбәкиров, Теләүембәт ауылынан Руслан Фазлаев, Замир Харрасов, Бикестән Илшат Рысаев, Ырымбур өлкәһе Варваринка ауылынан Ләлә һәм Ринат Хамзиндар, Тәүәкәндән «Сәңкем» фольклор ансамбле, Гөлдәр Әбдрәхимова, Нәҡиә Вәлитова, Ләлә Асҡарованың йырҙары, Зөһрә Хәйсәрова, «Күнйәп» ансамбле башҡарыуында бейеүҙәр, Рөстәм Әбдрәхимовтың гармун моңдары менән үрелеп барҙы.