08:40 Ҡаҙ өмәһе үтте | |
| Теләүембәт ауылында ҡаҙ өмәһе үтте. Был матур йола халҡыбыҙҙың көҙгө муллыҡ һәм байлыҡ байрамдарының береһе. Октябрь-ноябрь айҙарында ауылдарҙа Ҡаҙ өмәләре гөрләп үтә. Борондан килгән күркәм йолабыҙ бөгөнгә тиклем һаҡланған. Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек тә ул. Өмәгә бигерәк тә етеҙ, таһыллы ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла, сөнки ҡаҙ йолҡоу үҙенә күрә оҫталыҡ талап итә. Ҡошто ҡотло ҡуллы ир-егет салһа, ите йомшаҡ, тәмле була, тиҙәр. Байлыҡ, муллыҡ байрамына әүерелгән Ҡаҙ өмәһе бына бөгөн дә Теләүембәт ауылында шаулап гөрләп үтте. Ысынлап та, бергәләшеп эшләнгән эш үҙе үк байрам төҫө ала. Йырлай-йырлай, матур теләктәр теләп эшләнгән эш һә тигәнсе эшләнеп тә бөтә. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Замир һәм Ләлә Харрасовтар ғаиләһендә үтте был күңелле байрам. Өмәселәргә өлөшләп ҡаҙ ашы ашатып рәхмәттәр әйтеп оҙатып ҡалды йорт хужабикәһе Ләлә Ғәйфулла ҡыҙы. Ҡаҙ өмәләре гөрләп уҙа икән, тимәк, ауылдарыбыҙҙың йәме һәм ҡото һаҡлана, иң мөһиме – халҡыбыҙҙың милли йолалары юғалмай, быуындан-быуынға күсә, дауам итә. | |
|
| |
| Всего комментариев: 0 | |


