
Теләүембәт ауылында ҡаҙ өмәһе үтте. Был матур йола халҡыбыҙҙың көҙгө муллыҡ һәм байлыҡ байрамдарының береһе. Октябрь-ноябрь айҙарында ауылдарҙа Ҡаҙ өмәләре гөрләп үтә. Борондан килгән күркәм йолабыҙ бөгөнгә тиклем һаҡланған. Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек тә ул.