10:35
"Ер биҙәге-әсә, ҡатын-ҡыҙ"
6 мартта Теләүембәт мәҙәниәт йортонда "Ер биҙәге-әсә, ҡатын-ҡыҙ" - тип аталған йыр-моң, уйын-көлкө менән һуғарылған конкурс үтте. Был сарала Теләүембәт ауылының гүзәл заттары ике командаға бүленеп көс һынашты. Ярыш бик көсөргәнешле барҙы. "Сирендәр" һәм "Ромашкалар" командаһыны үҙҙәрен оҫта хужабикәләр булараҡ танытты. Был сарала ҡатын-ҡыҙҙарға Замир Харрасов һәм Подгорное ауылынан Лариса Салишева үҙҙәренең йыр һәм ҡурай моңдарын бүләк иттеләр.

Ер биҙәге, донъя ҡото булған гүзәл заттар - хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр, өләсәйҙәр, инәйҙәр, апайҙар! Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә яҙҙың һоҡланғыс байрамы – 8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Был мөғжизәле байрам көнөндә бөтә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ысын күңелдән яҙғы кәйеф, оҙон–оҙон ғүмер, ныҡлы hаулыҡ-сәләмәтлек, ап–аҡ бәхеттәр, саф мөхәббәт, ғәилә именлеге, шатлыҡ-ҡыуаныстар, мәңгелек йәшлек, әсә бәхете, тыныслыҡ, именлек теләйбеҙ!
Һәр сак шулай көләс йөҙле, мөләйем булып ҡалығыҙ! Бәхетле булығыҙ, яратып, яратылып йәшәгеҙ!

Просмотров: 48 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar