
6 мартта Теләүембәт мәҙәниәт йортонда "Ер биҙәге-әсә, ҡатын-ҡыҙ" - тип аталған йыр-моң, уйын-көлкө менән һуғарылған конкурс үтте. Был сарала Теләүембәт ауылының гүзәл заттары ике командаға бүленеп көс һынашты. Ярыш бик көсөргәнешле барҙы. "Сирендәр" һәм "Ромашкалар" командаһыны үҙҙәрен оҫта хужабикәләр булараҡ танытты. Был сарала ҡатын-ҡыҙҙарға Замир Харрасов һәм Подгорное ауылынан Лариса Салишева үҙҙәренең йыр һәм ҡурай моңдарын бүләк иттеләр.