7 февраль Тәүәкән күптармаҡлы мәҙәниәт йортонда быуаттарҙың тарихи оло шәхесе, республикабыҙҙың беренсе президенты, беҙҙең ғорурлығыбыҙ М.Ғ. Рәхимовтың тыуған көнөнә арналған хәтерләү саралары үтте. Теләүембәт һәм Тәүәкән күп тармаҡлы ауыл клубтары район мәҙәниәт һарайы артистары менән берлектә сағыу тамаша бүләк иттеләр. Килгән ҡунаҡтар, зал тулы тамашасылар һәр сығыш яһаусыны йылы алҡыштарға күмде.
Просмотров: 36 | Добавил: РФ | Дата: 10.02.2025 | Комментарии (0)