Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февраль - Халыҡ-ара туған телдәр көнө, тип иғлан итте. Ошо уңайҙан Теләүембәт ауыл клубы, китапхана, урта мәктәп менән берлектә "Туған телем-иркә гөлөм" тип аталған сара ойошторҙо. Балалар был сарала туған телдең кеше тормошондағы әһәмиәте тураһында белделәр, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Баязит Бикбай шиғырҙарын һөйләнеләр.
Просмотров: 34 | Добавил: РФ | Дата: 22.02.2025 | Комментарии (0)