09:02 21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө | |
“Теле барҙың – иле бар” ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған. Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февраль - Халыҡ-ара туған телдәр көнө, тип иғлан итте. Ошо уңайҙан Теләүембәт ауыл клубы, китапхана, урта мәктәп менән берлектә "Туған телем-иркә гөлөм" тип аталған сара ойошторҙо. Балалар был сарала туған телдең кеше тормошондағы әһәмиәте тураһында белделәр, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Баязит Бикбай шиғырҙарын һөйләнеләр. | |
|
Всего комментариев: 0 | |